Һайлауҙар Выборы
20 Сентября , 13:30

Әбүләистәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Әбүләис ауылының һайлау участкаһына Айрат Казбеков беренсе тапҡыр һайлауға килде һәм үҙенең гражданлыҡ хоҡуғынан файҙаланды.   Махсус хәрби операция яугиры Азаматтың ата-әсәһе Вадим һәм Резеда Ҡәҙербаевтар һайлау участкаһына килеп, үҙ тауыштарын бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әбүләистәр һайлауҙа әүҙем ҡатнашаӘбүләистәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша
Әбүләистәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Ағинәй Рита Бикбаева һайлау участкаһына буш ҡул менән килмәгән, йома көн тип, сәйгә тәмлекәстәр килтергән.

Комиссия ағзалары ауылдың иң оло кешеһе - 95 йәшлек Гөлйыһан инәй Мусинаны өйөнә барып һайлатҡандар. Ә уның өс йәш кенә йәшкә кесерәк Миңсылыу Азаматова үҙе килеп һайлауҙы хуп күргән. Афарин, инәй!.

#БашВыбор2026 #ЕДГ2026

Автор:Айгул Клысбаева