Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
11 Июнь 2022, 16:54

Юл фажиғәһендә ике егет һәләк булған

Ишембай районында - ҡот осҡос фажиғә

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ишембай районының ике ауылы араһындағы юлда водитель автомобилгә идараны юғалтып ауған, тип яҙа “Башҡортостан” гәзите. Авария һөҙөмтәһендә 1990 йылғы һәм 1997 йылғы ике егет һәләк булған, шулай уҡ 1990 йылғы егет зыян күргән.

Ял, байрам көндәрендә күптәр ҡайҙалыр барырға тип юлға сыға. Ашығыу, ҡабаланыу, тиҙлекте күҙәтмәүҙең ошолай фажиғәле тамамланыуы ихтимал.

Ошондай юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау, хәрәкәт ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған водителдәрҙе асыҡлау, эскән килеш рулгә ултырғандарҙы тотоу маҡсатында республика ЮХХДИ идаралығының юл патруле хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй, рейдтар ойоштора. Шул уҡ ваҡытта һәр водитель кешеләрҙең ғүмере өсөн яуаплылығы, берәй хәл була ҡалһа, закон алдында яуап тотасағы тураһында онотмаһын ине.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: