“Беҙҙең банк һеҙгә бик отошло кредит картаһын тәҡдим итә, әммә уны алып барыу өсөн түләрәгә кәрәк”. Нефтекамала йәшәүсе ҡатын мутлашыусыларҙың шундай тоҙағына эләккән. Ул интернетта кредит картаһына заявка яһаған, аҙаҡ уға бер нисә тәҡдим менән шылтыратҡандар. Шуларҙың береһе 150 мең һум кредит тәҡдим иткән, тик карта алыу өсөн алып барыуға түләргә һәм страховка юлларға кәрәк, тигәндәр. Ҡатын уларҙың иҫәбенә 35 мең һумға яҡын аҡса күсергән, әммә һөҙөмтәлә бер ниндәй ҙә карта алмаған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән.
Тағы бер яңы алдау төрө Шаран районында булған. 62 йәшлек ир кешегә шылтыратып, яңы закон көсөнә инеүе һәм уға бер миллион һум аҡса түләнергә тейешлеге тураһында хәбәр иткәндәр. Уны алыу өсөн һалым түләргә кәрәк, тигәндәр. Ир уларға ышанған һәм 600 мең һумға яҡын аҡса күсергән. Һәм, әлбиттә, бер ниндәй ҙә түләм алмаған.