Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
16 Июль 2022, 19:35

89 мең һумлыҡ шампунь....

Бер шампунь һатып алам тип, ул 89 мең һум аҡсаһын юғалта

Күмертау ҡалаһында йәшәгән ҡатын бер сауҙа селтәренең сайты аша балалар өсөн тәғәйенләнгән шампунь һатып алырға була. Заказ яһаған саҡта яңылыш икенсе ҡаланы күрһәтә һәм шунда уҡ һатып алыуҙан баш тартыуын белдерә, тип яҙа “Башҡортостан”.

Тиҙҙән уның телефонына шылтыратып, “интернет-магазин хеҙмәткәре” аҡсаны кире күсереүҙә тотҡарлыҡ килеп сығыуы өсөн ғәфү үтенә һәм яңы заказдар өсөн яҡшы ғына ташлама вәғәҙә итә.

Был “шәп” тәҡдимгә ышанған ҡатын 59 мең һумлыҡ тауарға заказ яһап ташлай һәм улар өсөн түләй. Тиҙҙән тағы шылтыратып, техник сәбәптәргә бәйле түләүҙең үтмәүе, шуға күрә тағы 50 процентлыҡ ташлама яһауҙары, йәғни 30 мең генә аҡса күсереү кәрәклеге тураһында әйтәләр. Ҡатын был сумманы ла күсерә, әммә теләгән тауарын көтөп ала алмай. Шулай итеп, бер шампунь һатып алам тип, ул 89 мең һум аҡсаһын юғалта. Әле был эш менән полиция шөғөлләнә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: