БР буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов республикала “Ҡаршы һыҙат” рейдтары башланыуы тураһында хәбәр итте.
Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе белдереүенсә профилактика саралары юлдарҙа тыйылған урындарҙа ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙан барлыҡҡа килгән юл-трансорт ваҡиғаларын икәртеүгә йүнәлтелгән.
“Ярты йылда беҙ 9 меңдән артыҡ шундай ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланыҡ. Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн яза ярайһы уҡ ҡаты, 5 мең һум штраф йәки 4 айҙан 6 айға тиклем водитель танытмаһынан мәхрүм итеү ҡаралған. Ҡағиҙәне ҡабатлап боҙоусыларға автомобиль йөрөтөү 1 йылға тыйыла”, – тип билдәләне Владимир Севастьянов.
ЮХХДИ операцияһы 29 июлгә тиклем дауам итәсәк.