Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
10 Август 2022, 10:45

Телефонды мендәр аҫтында зарядкалау хәүефле

Эксперт телефонды мендәр аҫтына һалып көсләндереү нимә менән янауы тураһында һөйләне

Телефонды мендәр аҫтында зарядкалау хәүефле
Телефонды мендәр аҫтында зарядкалау хәүефле

Смартфон, шундай башҡа ҡоролмалар кеүек үк, һүндерелгән хәлдә лә эшләй. Был саҡта ул йылылыҡ бүлеп сығара һәм, әгәр уны яҫтыҡ аҫтына һалһаң, йылына. Шунлыҡтан уның янып китеүе ихтмал, тип һөйләне “Прайм” агентлығына “Роскачество” белгесе Сергей Кузьменко.

Әгәр телефон төҙөк булһа, уны төнө буйына зарядкалауҙың зыяны юҡ. Ул тулыһынса көс йыйғас, зарядкалау контроллеры артыҡ ток килеүен сикләй. “Ләкин телефонды даими рәүештә оҙаҡ ваҡытҡа зарядкалауҙа ҡалдырһаң, конроллер эштән сығыуы мөмкин һәм аккумляторға ток килеүе бер нимә менән дә сикләнмәй”, – тип иҫкәртә ул. Был иһә смартфондың эштән сығыу һәм хатта янып китеү хәүефен тыуҙыра.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: