Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
15 Август 2022, 15:10

Өс машина бәрелешкән

Өфө – Ырымбур трассаһында аварияла пассажирҙың башы йәрәхәтләнгән

Өс машина бәрелешкән
Өс машина бәрелешкән

Chevrolet Niva пассажиры Өфө – Ырымбур трассаһындағы юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң башы йәрәхәтләнеп, дауаханаға эләккән. Был хаҡта баш ҡала ЮХХДИ-һы хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.

Авария кисә сәғәт 17.00 тирәһендә булған. “Нива” менән идара иткән 60 йәшлек водитель ҡаршы килгән Chevrolet Lacetti һәм Skoda Octavia автомобилдәре менән бәрелешкән.

Авариянан һуң “Нива” автомобиленең тағы бер пассажирына медиктар ярҙамы кәрәк булған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: