Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
18 Октябрь 2022, 09:43

Айыуҙар сыҡты һунарға

 Айыу көтөүҙән айырылып ҡалған һыйырға һөжүм иткән.  Малҡай, ҙур йәрәхәттәр алһа ла, айыуҙан ҡасып ҡотола алған. 

Айыуҙар сыҡты һунарға
Айыуҙар сыҡты һунарға

Хәбәр итеүҙәренсә, Ишембай районында һыйыр көтөүҙән айырылып ҡалған һәм айыу ҡулына эләккән дә инде.

Малҡай, ҙур йәрәхәттәр алһа ла, айыуҙан ҡасып ҡотола алған. Хужалары, һыйыр этләнмәһен өсөн, уны һуйырға ҡарар иткәндәр. 

Көҙ етеп, этләнеп, өмөт итеп аҫыраған малдарың ҡазаланһа - был иң ауыры ауыл кешеһе өсөн.

Бындай осраҡтар беҙҙең районда ла йыш ҡына була. Шуға ла малдарығыҙҙы ҡарағыҙ, иркен ебәрмәгеҙ, тип әйтке килә райондаштарға! 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: