Һаҡ булығыҙ!
11 Апрель 2023, 13:19

Тотош ауыл янған

Татарстанда тотош ауыл янып юҡҡа сыҡҡан 

Социаль селтәрҙә таралған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге мәлдә Аҡтаныш районының Ямалы ауылында йорттар яна. – Бына, иптәштәр, ауыл тулыһынса яна. Ҡот осҡос хәл. Биш өй янып бөттө, тағы биш-алтыһына ҡурҡыныс янай. Бындағы техника ҡотҡарыр хәлдә түгел, һыу бөттө. Бөтә райондан машиналар килде. Әммә ҡотолғоһоҙ хәлдәр, – тип һөйләй янғын һүндереүсе видеояҙмала.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас