

Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәскәү мәктәптәренең береһендә биология дәрестәрен алып барыусы ҡатын мутлашыусылар ҡорбаны булған. Уҡытыусы уларға 16 млн һумдан артыҡ аҡса һәм фатирының документтарын ебәргән, тип хәбәр итте Shot телеграм-каналы.
Енәйәтселәр ҡатынға WhatsApp аша шылтыратып, үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре, тип таныштырған. Улан уҡытыусыны телефонына иҫәпте тулыландырыу һәм аҡса күсереү өсөн кәрәкле ниндәйҙер ҡушымта ҡуйҙыртырға ышандырғандар һәм 16 миллион һумдар артыҡ аҡсаһын күсерттергәндәр. Бының менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, үҙҙәренә ҡорбандарының фатир документтарын ебәрттергәндәр. Был мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн кәрәк, тип ышандырғандар.
Документтар ебәрелгәс, мутлашыусылар бәйләнештән юҡ булған. Шунан һуң ғына педагог енәйәт ҡорбаны булыуын аңлаған һәм тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.