

Үткән аҙнала Ейәнсура районының Үрге Бикбирҙе ауылна юлланған автомобиль Трушин ауылна етеп килгәндә юл аҫтына осҡан. Hyundai Solaris автомобиле водителе йәш ҡатын-ҡыҙ юлда машина менән идара итеүҙе юғалтҡан, шул сәбәпле юл аҫтына төшөп китеп бер тапҡыр түңкәрелеп әйләнеп ултырған. Бәхеткә күрә водителдең ғүмеренә бер нимә лә янамай, ул еңелсә йәрәхәттәр алған. Ә бына автомобилде тергеҙеү өсөн байтаҡ ваҡыт һәм аҡса кәрәк буласаҡ.
Юл ваҡиғаһы урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләне! Йәрәхәттәр алған ҡыҙҙы тикшереү өсөн район дауаханаһына алып барғандар.
Көндәр эҫе тора, шунлыҡтан ауыл араһындағы асфальтһыҙ юлдарҙа үтеп киткән автомобилдәр ҙур саң болоттары күтәрә.Шуға күрә рулдәгеләрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ! Юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә онотмағыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ!