

9 сентябрҙә Башҡортостанда автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге ямғыр яуғанда 1-2 км-ға тиклем насарланыуы, төндә һәм иртәнсәк урыны менән томан төшөүе һәм күреү мөмкинлеге 500 метрҙан да әҙерәккә кәмеүе прогнозлана. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитететы Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанма менән хәбәр итте
Иртәгә Башҡортостанда болотло көн көтөлә. Урыны менән көслө ямғырҙар яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, секундына 5-10 м тиҙлектә иҫә, көндөҙ урыны менән секундына 18 метрға тиклем көсәйеүсән.
“Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, – тип кәңәш итә ҡотҡарыусылар. – Әгәр киҫке хәл-торошта ҡалһағыҙ, “112” һанына шылтыратығыҙ – һеҙгә мотлаҡ ярҙам итәсәктәр”.