Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
13 Ноябрь 2023, 15:35

Һаҡ булығыҙ: көслө магнит дауылы

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе көслө магнит дауылы тураһында иҫкәртәләр

Бөгөн көслө магнит дауылы көтөлә, уның күптәргә йоғонто яһауы ихтимал, тип хәбәр итә “Башинформ” RU-meteo порталына һылтанма менән.

Фараздарға ярашлы, 22, 23, 24, 25 һәм 26 ноябрҙә лә көслө магнит дауылы урап үтмәй.

«Был осорҙа үҙегеҙгә иғтибарлы булырға һәм мөһим эштәр менән шөғөлләнмәҫкә кәңәш итәбеҙ. Был бигерәк тә метеоһиҙгер кешеләргә ҡағыла», – ти белгестәр.

Метеоһиҙгер кешеләр баш ауырыуҙан, баш әйләнеүҙән, күңел болғаныуҙан, йөрәк ауыртыуҙан, хәлһеҙлектән, йоҡоһоҙлоҡтан, арҡа һәм быуындар һыҙлауынан, юғары ҡан баҫымынан яфаланыуы мөмкин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: