Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
14 Ноябрь 2023, 11:29

«Туғанығыҙ юл фажиғәһенә тарыған»: хаҡлы ялдағылар мутлашыусыларҙы байыта

Башҡортостанда алданған пенсионерҙарҙан «Туғанығыҙ юл фажиғәһенә эләккән» схемаһы буйынса аҡса алған мутлашыусыны ҡулға алдылар. БР буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса,

«Туғанығыҙ юл фажиғәһенә тарыған»: хаҡлы ялдағылар мутлашыусыларҙы байыта
«Туғанығыҙ юл фажиғәһенә тарыған»: хаҡлы ялдағылар мутлашыусыларҙы байыта

зыян күреүселәрҙең береһе - Бөрө районынан пенсионер. Ул урындағы полиция бүлегенә енәйәт тураһында хәбәр менән мөрәжәғәт итә. Ҡатын әйтеүенсә, уға ҡала телефонына шылтыратыу килгән: билдәһеҙ кешеләр уның ҡыҙы ҡот осҡос юл фажиғәһенән эләккән һәм зыян күреүселәрҙе дауалауға 170 мең һум кәрәк тип хәбәр итәләр.

Икенсе зыян күреүсе күрше йортта йәшәгән пенсионер ҡатын була. Унан мутлашыусылар шул уҡ схема буйынса  95 мең һум аҡса ала.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрө районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре  билдәләүенсә, 25 йәшлек Мәскәү кешеһе алданған пенсионерҙарҙан аҡса алырға ризалашҡан. Ғәйепләнеүсе купюраларҙы тартып ала һәм уларҙы үҙен яллаған кешеләрҙең иҫәбенә күсерә. Һәр заказ өсөн ул үҙенең процентын – 5 мең һум ала.

Ике пенсионерҙан егет 265 мең һумдан ашыу аҡса урлаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре курьерҙы ҡулға ала, әммә ул аҡсаны банкомат аша ебәрергә өлгөрә. Уның үҙе менән ни бары 3 мең һум ғына була. Ир ҡылған ғәмәлен тулыһынса таный. Уға ҡарата һаҡ аҫтына алыу сараһы һайлана.

Мутлашыу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Полиция ҡулға алынған кешенең Рәсәй территорияһында ҡылынған шундай уҡ факттарға ҡыҫылышы барлығын тикшерә. «Башинформ» хәбәр итеүенсә, бынан алда Башҡортостанда мутлашыусылар пенсионерҙан 3 миллион һум аҡса алырға маташҡан.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: уяу булығыҙ.

Аҡсаны билдәһеҙ банк иҫәбенә күсермәгеҙ һәм еңел эш хаҡы вәғәҙә иткән таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ. Әгәр шикле шылтыратыу килһә, трубканы алмағыҙ. Оло йәштәге таныштарығыҙҙы алдаҡ схемалар тураһында иҫкәртегеҙ. Һәр ваҡыт шикле финанс операцияларын әүҙем алып барған туғандарығыҙҙың эшмәкәрлегенә иғтибар итегеҙ.

Фото:  пресс служба МВД по Республике Башкортостан.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: