

Бөгөн, Иҫәнғолда йәйәүлеләр үткәүелендә 2013 йылғы баланы машина бәргән. Бәхеткә күрә, баланың ғүмеренә хәүеф янамай. Әлеге ваҡытта тикшереү бара. Тулыраҡ мәғүлүмәт һуңғараҡ буласаҡ.
Йәйәүлеләрҙе үткәүел аша үткәндә лә һаҡ булырға саҡырабыҙ. Ә водителдәргә юлда һәр саҡ иғтибарлы булырға, йәйәүлеләрҙең юлға ҡапыл килеп сығыуы мөмкин булған урындарҙа тиҙлекте кәметергә кәрәк.
Йәйәүлеләргә лә юл аша сыҡҡанда һаҡ булырға, ашыҡмаҫҡа ине.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү – хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ул.