Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
24 Ноябрь 2023, 00:05

Өләсәһенең 21 мең һум аҡсаһын “елгә осорған”

Мутлашыусылар тураһында йыш ҡына иҫкәртеп торабыҙ, ә был осраҡта ейәне өләсәһенең картаһындағы аҡсаһын юҡ иткән. Нисек һуң? Тулыраҡ сайтта.

Шулай Ейәнсура районының Яңы Юл ауылында йәшәүсе үҫмер өләсәһенең телефонын һорап алған. Ни өсөнмө? Уйын уйнарға! Барыбыҙ ҙа балаларыбыҙ телефон һораһа, тоттороп ҡуябыҙ, аптырайһы юҡ.

Уйында ҡорал һатып алырға ҡушалар, үҫмер ниндәйе кәрәк шуларҙы һатып ала, һөҙөмтәлә өләсәһенең картаһында ятҡан 21 мең һум аҡсаһын тотоноп бөтә. Ә карта телефон номерына бәйләнгән була.

Өләсәһе әйтеүенсә: “Әрләүҙән фәтеүә юҡ. Улым, эшләй башлағас ҡайтарырһың инде, тинем”. Сөнки үҙ теләге менән телефонын тоттороп ҡуйған.  

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: