Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
30 Ноябрь 2023, 12:15

Штрафты түләмәүселәр яуапҡа тарттырыла

 "Штраф" оператив-профилактик сараһы сиктәрендә Дәүләт инспекцияһы хеҙмткәрҙәре оҙаҡ ваҡыт штрафтарын түләмәй йөрөүселәргә ҡарата 

Штрафты түләмәүселәр яуапҡа тарттырыла
Штрафты түләмәүселәр яуапҡа тарттырыла

"Штраф" оператив-профилактик сараһы сиктәрендә Дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре оҙаҡ ваҡыт штрафтарын түләмәй йөрөүселәрҙе яуапҡа тарттырыу эшен алып бара. 

Операцияның беренсе көнөндә үк республикала штраф түләүҙән ҡасып йөрөгән өс водитель тотолған. Улар дөйөм алғанда 517 мең һум түләргә тейешле.

Араларында 35 йәшлек Ейәнсура районы кешеһе лә бар. Ул идара иткән "Лексус" автомобиле кисен Өфөлә юл хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылған. Юл ҡағиҙәләре боҙоусының дөйөм алғанда 439 меңлек 465 түләнмәгән штафы иҫәпләнә.

Бөтә факттар ҙа инспекторҙар тарафынан материал итеп тупланып, суд приставтарына артабан тикшереү өсөн йүнәлтелгән.

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: