Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
4 Декабрь 2023, 15:00

Ир кешенең үлеменә килтергән янғын сәбәптәре асыҡлана

 Барығыҙҙы ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, ут менән һаҡ булырға саҡырабыҙ.

Ир кешенең үлеменә килтергән янғын сәбәптәре асыҡлана
Ир кешенең үлеменә килтергән янғын сәбәптәре асыҡлана

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Өфө ҡалаһы Киров районы буйынса тәфтиш бүлеге 77 йәшлек ирҙең һәләк булыуы һәм 70 йәшлек ҡатындың зыян күреүе факты буйынса тикшереү үткәрә. Мәғлүмәттәр буйынса, 2023 йылдың 3 декабрендә төндә Менделеев урамындағы күп фатирлы йортта янғын сыға. Янғын ваҡытында фатирҙа оло йәштәге пар була. Күршеләре, янғынды күреп, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре саҡыра, улар ир менән ҡатынды янған бинанан эвакуациялай. Ир ашығыс ярҙам машинаһында вафат була, ҡатын ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.

Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, суд экспертизалары тәғәйенләнгән, шаһиттарҙан һорау алынған, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғындың сәбәбе тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү булыуы ихтимал.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: