-14 °С
Болотло
Башҡортостан буйынса МЧС хәүефле һауа шарттары тураһында иҫкәртте. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 9 декабрҙән 12-нә тиклем Башҡортостандың төньяғында сатлама һыуыҡтар – һауа температураһы –40...–43 градусҡа ҡәҙәр түбәнәйеүе көтөлә. Быға тиклем киң мәғлүмәт саралары бөгөн Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылында термометр бағанаһы –50 градусҡа тиклем түбәнәйеүе тураһында хәбәр иткәйнеләр.