Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
18 Декабрь 2023, 12:35

Юлсылар көсәйтелгән эш режимына күсте

Водителдәргә алыҫ юлға сыҡмай торорға тәҡдим итәләр

Юлсылар көсәйтелгән эш режимына күсте
Юлсылар көсәйтелгән эш режимына күсте

Башҡортостанда көндәрҙең йылыныуы күпләп ҡар яуыуына килтерҙе. Ошоға бәйле республиканың юл хеҙмәте көсәйтелгән режимда эшләй, тип яҙа “Башинформ”.

Республиканың Транспорт министрлығы белдереүенсә, бөгөн төбәктең автомобиль юлдарында 604 берәмек махсус техника эшләй.

Бөгөн Башҡортостан буйынса МЧС республикала ел секундына 17 метрға тиклем көсәйәсәге тураһында иҫкәртте.

Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында водителдәрҙән бындай ҡатмарлы һауа шарттарында, айырыуса төнөн алыҫ юлға сыҡмай торорға, шулай уҡ авариялар булдырмаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тәҡдим итте.

Фото: «Башинформ».

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: