Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
14 Ғинуар , 14:20

"Пушкин картаһы" менән дә һаҡ булыр кәрәк!

Башҡортостанда "Пушкин картаһы" менән мутлашыуҙың тәүге осрағы теркәлгән

"Пушкин картаһы" менән дә һаҡ булыр кәрәк!
"Пушкин картаһы" менән дә һаҡ булыр кәрәк!

 Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрө районы буйынса бүлегенә юғары уҡыу йорттарының береһенең беренсе курс студенты үҙенә ҡарата  мутлашыу тураһында хәбәр иткән. Йәш ҡыҙ  уйламаҫтан мутлашыусыларға 277 мең һум аҡса күсергән. 

 Социаль селтәрҙәрҙә "Евгений Волков" исеме аҫтында таныш булмаған ҡулланыусы уның "Пушкин картаһын" һатып алырға тәҡдим итә. Бының өсөн ҡыҙға бары тик кеҫә телефонына килгән смс-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы әйтеү генә кәрәк була. Шулай итеп, ҡыҙҙың исеменә 277 мең һум кредит рәсмиләштерәләр, һәм ҡыҙ, үҙе лә аңламайынса, шул сумманы аферистарға күсерә.

Таныштарығыҙға (мәктәп, урта махсус уҡыу йорто, юғары уҡыу йорто уҡыусыларына) "Пушкин картаһы" менән теләһә ниндәй ғәмәлдәрҙең законһыҙ булыуын аңлатығыҙ! 

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: