Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
6 Февраль , 16:05

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы имен булмаған һауа шарттары тураһында иҫкәртте

...

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, иртәгә, 7 февралдә епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа буран сыға, ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 м тиҙлектә иҫә, урыны менән 15-20 метрға тиклем көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ һәм төндә 0...–5 градус. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500 м һәм унан да әҙерәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: