"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
20 Февраль , 19:35

Аҡсаһын арттырам тип, 3 млн һум бурыслы булып ҡалған

...

Аҡсаһын арттырам тип, 3 млн һум бурыслы булып ҡалған
Аҡсаһын арттырам тип, 3 млн һум бурыслы булып ҡалған

Бөрөлә йәшәүсе пенсионерка телефон аферистары ҡорбаны булған. 59 йәшлек ҡатындан ниндәйҙер инвестиция майҙансығында шәхси кабинет астырғандар һәм бер ай буйына “консультант” уға кредитҡа алған аҡсаһын “инвестицияларға” ярҙам иткән. Аҡсаһын сығарырға уйлағас, “белгес” юҡҡа сыҡҡан, ә ҡатын банктарға 3 млн һумдан артыҡ бурыслы булып ҡалған, тип яҙа “Башинформ”.

Шундай уҡ схема буйынса Өфөнән 27 йәшлек ир кеше 2,5 млн һумын юғалтҡан. Ә Мәләүездән һәм Күмертауҙан 61 һәм 59 йәшлек кешеләр улар исеменә кредит юлларға йыйыныуҙарына ышанғандар һәм аҡсаларын “хәҙефһеҙ” иҫәпкә күсергәндәр. Уларҙың һәр ҡайһыһы 550 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Үткән тәүлектә полицияға килгән ғаризаларҙа күрһәтелгән зыян бөтәһе 8 млн һум тәшкил иткән

«В случае поступления звонка якобы от сотрудника банка, правоохранительного органа, сотрудника сотовой компании – положите трубку. Помните, что мошенники могут использовать подложные номера. Будьте внимательны», - тип иҫкәрттеләр республика Эске эштәр министрлығында.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: