Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
26 Февраль , 09:39

5 көн буйы мутлашыусыларға 5 млн һум аҡсаһын күсергән

.

5 көн буйы мутлашыусыларға 5 млн аҡсаһын күсергән
5 көн буйы мутлашыусыларға 5 млн аҡсаһын күсергән

Өфөлә 73 йәшлек колледж хеҙмәткәре 15 йыл буйына йыйған  аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Оло йәштәге ҡатын  мутлашыусылар  ҡорбаны була, улар уны аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуына ышандыра.

Уның һүҙҙәренсә, уға мессенджерҙарҙың береһендә билдәһеҙ кеше яҙған, ул үҙен колледж директоры тип таныштыра.

Ғариза биреүсе уның менән таныш түгел, әммә исеме һәм фотоһы ышаныс уята. Ир пенсионер ҡатын менән тиҙҙән банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә инәсәген әйтә. Шулай була ла. Билдәһеҙ кешеләр ҡатынды аҡсаһы ҡурҡыныс аҫтында тип ышандыра һәм уларҙы һаҡларға тәҡдим итә.

Мутлашыусылар уға һаҡлыҡҡа һалған аҡсаһын махсус иҫәпкә күсереүен һорайҙар.

Мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса ҡатын банк хеҙмәткәрҙәрен алдап, үҙенең килеүенең ысын маҡсаттарын әйтмәй.

Биш көн эсендә пенсионер ҡатын 15 йыл буйына йыйған бөтә аҡсаһын күсерә һәм аферистарҙы биш миллион һумға  байыта.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: