Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
26 Февраль , 12:01

Янғында зыян күргән ир үлгән

Иҫәнғол ауылының Юбилей урамындағы шәхси йортта сыҡҡан янғын сәбәпсеһе - мейес өҫтөнә ҡуйылған пластик һауыт.  Һауыт ҡыҙып ирегән, ут тоҡанған.

Янғында зыян күргән ир үлгән
Янғында зыян күргән ир үлгән

Янғын тураһында яҙғайныҡ инде  https://ejansura.ru/news/hakbul/2024-02-20/ta-y-yan-yn-ut-men-n-a-buly-y-3651897

Улы өйҙә ут сыҡҡанда ваҡиға урынында булмаған.

Йорт хужаһының тәненең күп өлөшө янған ине. Әле уның алған йәрәхәттәрҙән һәләк булыуы асыҡланды.

 Мейесте дөрөҫ файҙаланығыҙ

Йыл һайын көҙгө-ҡышҡы осор етеү менән, мейесте дөрөҫ ҡормау һәм уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле сыҡҡан янғын осраҡтары арта.

Һалҡындар башланыу менән торлаҡ йорттарҙа мейес яғыу йышая. Бәлә сыҡмаһын өсөн, уны ҡорғанда һәм файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Тәжрибәнән күренеүенсә, ғәҙәттә мейесте артыҡ ҡыҙҙырыу, кирбестәр араһында ярыҡтар барлыҡҡа килеү, яғып ебәреү өсөн тиҙ тоҡаныусан шыйыҡ ҡулланыу, ҡуҙҙың иҙәнгә төшөүе сәбәпсе була.  

Ут сыҡмаһын өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ:  

* мейесте төҙөү, ремонтлауҙы тәжрибәле оҫталарға ғына ышанып тапшырығыҙ;  

* йылытыу миҙгеле башланырҙан алда йылытыу ҡорамалдарының төҙөклөгөн ныҡлап тикшерегеҙ, төҙөкһөҙ приборҙарҙың хәүеф сығанағы булыуын оноторға ярамай;  

* төтөн юлын һөрөмдән, сүптән таҙартыу мөһим. Был эште һалҡын миҙгел башланғансы башҡарырға һәм һуңынан өс айға бер тапҡыр ҡабатларға кәрәк;  

* иҙәндә, мейес ауыҙы тәңгәлендә 50х70 сантиметр ҙурлығында тимер беркетелһен.  

Мөрйәнән осҡондар сығыу - хәүефле сигнал. Тимәк, һөрөмгә ут тоҡаныу ҡурҡынысы ҙур. Төтөн юлы ярыҡтар барлыҡҡа килһә, һауаға осҡондар һәм ялҡын сыға. Бындай күренеш, ғәҙәттә, янғын менән тамамлана, шунлыҡтан осҡон һүндереү ҡорамалдары булдырыу һәм һөрөмдән таҙартыу талап ителә. Мейесте артыҡ ҡыҙҙырыу ҙа йыш күҙәтелә. Һәр эштә сама белергә кәрәк -үтә һалҡындарҙа ла аҙлап яғығыҙ. Мейесте ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, был бурысты балаларға йөкмәтмәгеҙ. Бензин, керосин ҡулланмағыҙ. Мейескә яҡын утын, кер, аяҡ кейеме һәм башҡа әйберҙәр киптермәгеҙ.

Әгәр ҙә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, “112” ашығыс хеҙмәттәр телефонына шылтыратығыҙ.

 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: