Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
12 Май , 15:35

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ: Ерҙә көслө магнит дауылы ҡоторона

12 һәм 13 майҙа көслө магнит дауылы ҡабатлана

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ: Ерҙә көслө магнит дауылы ҡоторона
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ: Ерҙә көслө магнит дауылы ҡоторона

Ҡояштағы көслө шартлауҙарға бәйле 12 һәм 13 майҙа көслө магнит дауылы ҡабатлана. Быға тиклем ул 11 майҙа Ерҙә ҡоторонғайны. Магнит дауылдары 12 майҙа дауам итә. Алдағы сәғәттәрҙә уларҙың ҡеүәте яңы кимәлгә сығасаҡ. Һәм тағы ла бер дауыл башланасаҡ. Ғалимдар планетабыҙҙағы геомагнит торошо буйынса алдағы ике тәүлеккә борсоулы фараздар бирҙе.

Тағы ла ике тапҡыр 10 һәм 11 майҙа Ҡояшта шартлауҙар булған. Улар плазма ташландыҡтары менән оҙатылған. Уларҙың ҡайһы берҙәре алдағы сәғәттәрҙә Ергә бәреләсәк. 10 майҙа Новосибирск ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 13.27-лә Х3.9 кимәлендәге шартлау теркәлгән. Һуңғы бер нисә йылда иң юғары Х5.8 кимәлендәге шартлау 11 майҙа Новосибирск ваҡыты буйынса иртәнге 8.10-да булған.

Ғалимдар билдәләүенсә, кешенең тойоу ағзаларының үҙгәреүсән магнит яланын теркәү һәләте юҡ. Һәм организмға йоғонтоноң көсөн баһалап булмай. Шуға күрә үҙ һаулығыңа иғтибарлыраҡ ҡарау зарур. Ошондай осорҙа үҙеңде һаҡларға кәрәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: