Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
21 Май , 16:46

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә!

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын насар метеорологик күренештәр хаҡында иҫкәртә

 Шаршамбы, 22 майҙа, төбәктә урыны менән йәшен йәшнәүе, көндөҙ елдең секундына 18 метрға етеүе көтөлә.

Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ айырым райондарҙа секундына 18 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +16, +21°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында 1-2 километрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: