"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
24 Июнь , 15:24

Мутлашыусылар байый ғына

Ял көндәрендә генә республика халҡы мутлашыусыларҙы 24 миллион һумға “байытҡан”.

Мутлашыусылар байый ғына
Мутлашыусылар байый ғына

Беҙҙең районда ла мутлашыусылар үҙ эшен киң йәйелдергән. Был юлы улар  ҡорбанынан 55 мең һум аҡса ала алған.

Иҫәнғолда йәшәгән хаҡлы ялдағы ҡатын абитуриент улының уҡытыусыһы шылтырата тип уйлап, ике тапҡыр онлайн режимда аҡса күсерергә уйлай. Әммә, банк, шикле иҫәпкә аҡса күсереү ихтималлығын күреп,  операцияны туҡтата. Ахыр, күсерә алмағас, аҡсаны алып, ҡыҙының иҫәбенә һала һәм  “уҡытыусы”ға күсерә. Һөҙөмтәлә – аҡсаһыҙ ҡала.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар иҫкәртә: банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да карта мәғлүмәттәрен һорамаясаҡ һәм һорауҙарҙы телефон аша хәл итмәйәсәк. Кредитты рәсмиләштереүҙе булдырмау маҡсатында аҡсаны таныш булмаған иҫәп-хисаптарға күсермәгеҙ. Әгәр һеҙгә билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, кредит алырға теләүегеҙ тураһында һөйләһәләр, телефонды ҡуйып, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн асыҡлау өсөн банкка барығыҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: