Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
11 Июль , 15:10

Нисек мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫҡа?

Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.

Нисек мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫҡа?
Нисек мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫҡа?

▫ Ҡатмарлы паролдәр ҡулланығыҙ.

▫ ️ Бөтә аккаунттарығыҙ өсөн ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ.

▫ Ҡоролмаларығыҙға вирусҡа ҡаршы программа һәм операцион системалар күсереп алығыҙ һәм уларҙы даими яңыртып тороғоҙ.

▫ Шикле хаттарҙы асмағыҙ, шәхси мәғлүмәт индереү талап ителгән һылтанмаларҙы асмағыҙ.

▫ Өйҙәге Wi-Fi-ҙы пароль менән һаҡлағыҙ.

▫ Интернетҡа үҙегеҙ тураһында артыҡ күп мәғлүмәт һалмағыҙ һәм уны шикле сайттар менән уртаҡлашмағыҙ.

▫ Балаларығыҙға һәм ата-әсәләрегеҙгә киберхәүефһеҙлек тураһында һөйләгеҙ. Уларҙы интернетта һаҡ булырға һәм һәр төрлө шикле осраҡты һеҙҙең менән уртаҡлашырға өйрәтегеҙ.


Эштә киберхәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:

🔹 Эске именлек хеҙмәте тәҡдим иткән ресурстарҙы һәм программа тәьминәтен генә ҡулланығыҙ.

🔹 Электрон хаттарҙы асҡанда һаҡ булығыҙ - фишинг эләгеүе ихтимал.

🔹 Эшсе ҡоролмаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, әгәр эргәһенән китһәгеҙ, уларҙы ябығыҙ.

🔹 Конфиденциаль мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡ ҡуйылған серверҙарҙа һәм ҡоролмаларҙа ғына һаҡлағыҙ.

🔹 Бөтә киберинциденттар һәм ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге бүлегенә хәбәр итегеҙ.


Киберхәүефһеҙлек тураһында файҙалы сайттар:

📌 киберзож.рф - үҙеңде һәм яҡындарҙы яҡлау ысулдары тураһында;

📌 кибер-буллинг.рф - интернет-эҙәрлекләүҙәргә ҡаршы тороу тураһында;

📌 выучисвоюроль.рф - телефон мутлашыусыларын нисек танырға һәм улар шылтыратҡанда нисек дөрөҫ эш итергә;

📌 прокачайскиллзащиты.рф - һаҡлы паролдәр булдырыу һәм фишингты таныу тураһында.

#АңлатабыҙБашҡортостан

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: