Һаҡ булығыҙ!
19 Ноябрь 2024, 06:59

Дауахана хеҙмәткәрҙәре мутлашыусыларҙы байытып ҡына тора

Иҫәнғол дауаханаһында эшләгән ҡатын ағымдағы йылдың 14 сентябренән 31 октябренә тиклем, үҙенең ғаилә ағзаларынан 1 219 700 һум аҡса алып, мутлашыусыларға күсергән.

Ул быны  криптовалюта майҙансығында хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн тип аңлаған.

Хеҙмәткәр иренән – 350 мең һумлыҡ кредит, тағы ла кредит картаһынан 184 мең һум аҡса алдыртҡан. Улы 500 мең һум кредит алып, шуның 465 мең һумын әсәһенең “Сбербанк”тағы иҫәбенә һалған. Ҡыҙы 135 мең һум кредит юллаған һәм уны телефон һандары буйынса мошенник Иван К.-ның иҫәбенә күсергән. Һөҙөмтәлә бар аҡсалар мутлашыусылар иҫәбенә юлланған.

Әйткәндәй, мошенниктар тоҙағына эләккән ҡатындың тормош иптәше лә, улы ла дауаханала эшләйҙәр. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: дауахананың дөйөм чаттарына мошенниктар тураһында иҫкәрмә-сообщениелар һалына, йыйылыштарҙа был турала һөйләшәләр,  полиция хеҙмәткәрҙәре был учреждениела йыш ҡына мутлашыусылар тураһында, нисек уларға эләкмәү тураһында әңгәмә ойоштороп, иҫкәртеп торалар.  

Һуңғыһы быйыл 21 октябрҙә булып, унда был хеҙмәткәр ҡатын да ҡатнашҡан.

Райондаштар шуны ла иҫендә тотһон ине: ирекле рәүештә аҡсаһын биреүгә ҡағылышлы енәйәттәрҙе асыуы, аҡсаны кире ҡайтарыуы үтә ауыр. Сөнки мутлыҡ ҡылыусылар Башҡортостандан түгел, Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенән, союздаш республикаларҙан да булыуы ихтимал.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас