Һаҡ булығыҙ!
21 Ноября 2024, 09:27

Мутлашыусылар үҙҙәрен коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра

"Беҙҙең ҡушымтала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә ташламалы тариф юллағыҙ!» — мутлашыусылар үҙҙәрен коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мутлашыусылар үҙҙәрен коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре тип таныштыраМутлашыусылар үҙҙәрен коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра
Мутлашыусылар үҙҙәрен коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра

 

Ҡорбанын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә «ташламалы» тариф рәсмиләштерергә күндергәс, аферистар телефонға күсереп алыу өсөн уға һылтанма ебәрә. Ҡағиҙә булараҡ, ул рәсми һылтанмаға оҡшаған.

 

❗️ Ысынында, ошондай ҡушымталар ярҙамында енәйәтселәр кешенең аҡсаһына хужа булыу өсөн шәхси мәғлүмәт йыя.

 

🛡 Үҙеңде һәм яҡындарыңды нисек һаҡларға?

 

▫️ Үҙен кем тип кенә таныштырмаһын, белмәгән кешеләрҙең кәңәше буйынса телефонығыҙға ҡушымталар күсереп алмағыҙ. 

 

▫️ Билдәһеҙ кешеләр менән аралашҡанда экранды күрһәтеү функцияһын ҡулланмағыҙ.

 

▫️ Бер кемгә лә SMS кодтарҙы әйтергә ярамағанлығы хаҡында яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ. 

 

▫️ Туғандарығыҙға коммуналь хеҙмәт эшселәренең бер ҡасан да шәхси мәғлүмәт һорамауын һәм һылтанма аша ташлама юлларға тәҡдим итмәүен аңлатығыҙ. Барлыҡ ташламалар һәм субсидиялар Күп функциялы үҙәк, социаль яҡлау органдары йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша рәсмиләштерелә.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альмира Аюпова