Яңыбай ауылындағы янғын ғаиләне йортһоҙ ҡалдыра.
“Ейәнсура районының Яңыбай ауылында автономлы янғын иҫкәртеү приборы өс кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Янғын ағас өйҙә сыҡҡан”, – тип хәбәр итте Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов.
Янғын сыҡҡан мәлдә йорт хужабикәһе кухняла була, электр энергияһын иҫәпкә алыу приборы янында шытырлау ишетә. Шунда уҡ хәбәр итеүсенең тауышы ишетелә. Ҡатын ҡустыһы һәм 16 йәшлек улдары менән өйҙән сығып өлгөрә. Йортҡа извещатель 2023 йылда ҡуйылған. Янғындың сәбәбе асыҡлана.
Автономлы янғын иҫкәрткесе – кешеләрҙе янғында һәләк булыуҙан ҡотҡарыусы һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Был яйланма төтөн сыға башлау менән, утты үҙ аллы һүндереү мөмкин булған стадияла кешеләрҙе иҫкәртә.
Шуны иҫтә тотоғоҙ : үлемесле фажиғәләрҙең төп сәбәптәре өсәү: иҫерек килеш тәмәке тартҡанда йоҡлап китеү, электр ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү, мейес яҡҡанда һаҡсыллыҡ талаптарын күҙәтмәү.
❗Янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү – һәр кемдең бурысы.