-10 °С
Болотло
Ҡар яуыуы һәм насар күреү мөмкинлеге арҡаһында Башҡортостанда ике трасса ябылды. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһында 33-сө саҡрымдан 150-сегә тиклем (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай райондары) бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәт туҡтатылды. Сәбәбе насар һауа шарттары (ҡар, буран, ел, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлеген сикләү).
Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 9 ғинуарҙа 12.00 сәғәттә.
Шулай уҡ Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында 67-се саҡрымдан 222-сегә тиклем (Архангел һәм Белорет райондары) йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт 9 ғинуарҙа 14 сәғәткә тиклем сикләнде.