Өфөнән 62 йәшлек табип мутлашыусылар тоҙағына эләккән һәм аҡсаһыҙ ҡалған. Уға телеграмда билдәһеҙ контакттан «Фотола һин түгелме?» тигән хәбәр һәм фотоны асып ҡарау өсөн һылтанма ебәргәндәр, тип яҙа “Башинформ”.
Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса табип һылтанмаға баҫҡан. Унан һүрәтте ҡарау өсөн ҡушымтаны күсереп алыуҙарын һорағандар. Һөҙөмтәлә мутлашыусылар уның банк иҫәбенә инеү мөмкинлегенә эйә булған һәм тиҙ түләүҙәр системаһы аша бөтә аҡсаны билдәһеҙ иҫәпкә күсергән.
Фото:Ксения Калинина/”Башинформ”.