Һаҡ булығыҙ!
21 Ғинуар 2025, 04:15

Юлдарҙа хәрәкәт сикләнде

...

Юлдарҙа хәрәкәт сикләндеЮлдарҙа хәрәкәт сикләнде
Юлдарҙа хәрәкәт сикләнде

Ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттарҙа пассажирҙар ташыусы автобустар һәм маршрут таксиҙары, шулай уҡ йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү бөгөн иртәнге сәғәт 7-нән М-5 “Урал” Мәскәү – Рязань – Пенза – Һамар – Өфө – Силәбе трассаһында (1548+651 км, 1780 км)  индерелде.

Шулай уҡ Өфө - Инйәр - Белорет дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлының 67-сенән 222-се саҡрымға тиклем участкаһында (Архангел һәм Белорет райондары) йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәтте сикләү 21 ғинуарҙа сәғәт 7.30-ҙан индерелде. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 21 ғинуарҙа 13.00 сәғәттә.

Хәрәкәтте сикләү һауа шарттарының насар булыуына (ҡар, буран, ел, боҙлауыҡ һәм күреү мөмкинлегенең сикләнеүе) бәйле.

Еңел транспорт водителдәренән мөмкин тиклем алыҫ юлға сыҡмай тороуҙарын һорайҙар.

Фото: З. Байғусҡарова.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас