Һаҡ булығыҙ!
30 Ғинуар 2025, 04:48

Башҡортостанда автоинспекторҙы хөкөм иттеләр

Дәүләт  автоинспекцияһы хеҙмәткәрен көс ҡулланыу һәм махсус сараларҙы ҡулланыуҙа ғәйепле тип табалар.

 Мәләүез районында Дәүләт  автоинспекцияһы хеҙмәткәре хөкөм ителде. Уны көс ҡулланыу һәм махсус сараларҙы ҡулланыуҙа ғәйепле тип табалар.

Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, дежурҙа булған саҡта автоинспектор юлда үҙенең күптән оҡшатмай йөрөгән танышын туҡтата, вәкәләттәрен арттырып, уға көс ҡуллана.

Суд ирҙе дөйөм режимлы колонияла 3,5 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә. Алдан уны эске эштәр органдарынан бушаталар, артабан уға ике йыл дауамында хоҡуҡ һаҡлау системаһында эшләү тыйыла.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас