Һаҡ булығыҙ!
20 Февраль 2025, 13:42

Иҫәнғолда ҡурҡыныс янғын булды

Кисә район үҙәгенең Совет урамында янғын осрағы теркәлде.

Иҫәнғолда ҡурҡыныс янғын булдыИҫәнғолда ҡурҡыныс янғын булды
Иҫәнғолда ҡурҡыныс янғын булды

Иртәнге 11-ҙә шлакоблоктан төҙөлгән мунса янып киткән. Янғын һүндереүселәр тиҙ арала килеп етеп, утты һүндергәндәр. Шулай ҙа, мунса ҙур зыян күреп өлгөргән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан. Әлеге ваҡытта тикшереү бара.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас