Һаҡ булығыҙ!
22 Май 2025, 06:28

Йәшен утынан сыҡҡан янғында ҡатын һәләк булған

Миәкә районының Күл-Ҡуңҡас ауылында кисә мал һарайын йәшен атҡан. Ағас аҙбар шунда уҡ янып киткән.

Йәшен утынан сыҡҡан янғында ҡатын һәләк булғанЙәшен утынан сыҡҡан янғында ҡатын һәләк булған
Йәшен утынан сыҡҡан янғында ҡатын һәләк булған

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғында һыйырын ҡотҡарырға маташҡан 58 йәшлек хужабикәнең ғүмере өҙөлгән, малҡай ҙә һәләк булған. Ялҡын ялмап алған ҡыйыҡ уларҙың өҫтөнә емерелеп төшкән.

Ведомствола белдереүҙәренсә, ошо уҡ муниципалитеттың Исламғол ауылында ла шундай осраҡ булған. Бәхеткә, бында ҡорбандар юҡ.

https://bash.bashinform.ru/news/law/2025-05-22/respublikala-y-shen-utynan-yan-yn-sy-an-ber-atyndy-mere-lg-n-4246063

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас