Һаҡ булығыҙ!
12 Июнь 2025, 10:20

Эре боҙ-борсаҡ, көслө ел

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле һауа шарттары тураһында иҫкәртте

Башҡортостанда ҡойма ямғыр, эре боҙ-борсаҡ яуа һәм ел секундына 21-26 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә, тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ямғырҙар арҡаһында юлдарҙың айырым участкаларында күреү мөмкинлегенең 500 метрҙан кәмерәк булыуы фаразлана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас