Һаҡ булығыҙ!
16 Июнь 2025, 07:25

Ейәнсура районында Әселе йылғаһында 42 йәшлек ҡатын батҡан

...

Ейәнсура районында Әселе йылғаһында 42 йәшлек ҡатын батҡанЕйәнсура районында Әселе йылғаһында 42 йәшлек ҡатын батҡан
Ейәнсура районында Әселе йылғаһында 42 йәшлек ҡатын батҡан

Кисә, 15 июндә, Әселе йылғаһында Абзан ауылында йәшәгән ҡатын кеше батҡан.

Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 1982 йылғы ҡатын уның менән бергә йәшәгән иргә ашарға алып барған, ул Абзан ауылы янында Әселе йылғаһы буйында көтөү көткән. Ир көтөүҙе һыу эсереү өсөн икенсе яҡҡа ҡыуып алып киткәндә ҡатын йылға буйында тороп ҡалған. Кире килгәс, ир кеше ҡатындың кәүҙәһен йылғала тапҡан. Уны сығарып, аңына килтеререгә тырышып ҡараған, әммә һөҙөмтә булмаған.  Быға тиклем ҡатын алкоголле эсемлек эскән булыуы билдәле.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас