

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Октябрьскийҙа йәшәүсе 67 йәшлек иргә үҙен Социаль фонд хеҙмәткәре тип таныштырған билдәһеҙ кеше шылтыратҡан. Ул пенсионерға 6 процент өҫтәмә тейеш, әммә бының өсөн «онлайн-сират» алырға һәм смс-кодты әйтергә кәрәк, тигән. Пенсионер талапты үтәй. Тиҙҙән яңы шылтыратыу килә, был юлы «Росфинмониторинг белгесе»нән. Шылтыратыусы, мутлашыу эштәрен асыҡлауын белдерә һәм «аҡсаны һаҡлауҙы» талап итә.
Һуңынан пенсионерға «ФСБ хеҙмәткәре» шылтырата, ул, әгәр хеҙмәттәшлек итмәһә, ир-ат енәйәт эше фигуранты буласаҡ, тип хәбәр итә. Паникаға бирелеп, пенсионер мутлашыусыларға бөтә аҡсаһын күсерә.
Банк хеҙмәткәрҙәренең ҙур аҡса алыу тураһындағы һорауҙарына ир төрлө аңлатмалар бирә: «айырылышам һәм мөлкәтте бүлешәм», «автомобиль һатып алам», «банк иҫәбен үҙгәртәм».