Һаҡ булығыҙ!
6 Июль 2025, 12:35

2,8 миллион һум аҡсаһын Мәскәүгә мутлашыусыларға алып барып биргән

...

2,8 миллион һум аҡсаһын Мәскәүгә алып барып, мутлашыусыларға биргән2,8 миллион һум аҡсаһын Мәскәүгә алып барып, мутлашыусыларға биргән
2,8 миллион һум аҡсаһын Мәскәүгә алып барып, мутлашыусыларға биргән

Стәрлетамаҡта 46 йәшлек ир мутлашыусылар ҡорбаны булған һәм 2,8 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан. Өҫтәүенә, ул был аҡсаны Мәскәүгә тапшырыу өсөн осҡан.

Ир кеше мессенджерҙа, йәнәһе, элек үҙе эшләгән ойошма хеҙмәткәренән хәбәр ала. Билдәһеҙ кеше «элекке хеҙмәткәрҙәрҙе тикшереү» тураһында хәбәр итә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында иҫкәртә. Артабан ФСБ-ның ялған хеҙмәткәре бәйләнешкә сыға һәм ирҙең банк иҫәбенән «сит ил иҫәптәрен финанслау» бара, ә быны туҡтатыу өсөн «иҫәпте яңыртыу» кәрәк, тип белдерә. Енәйәтселәрҙең күрһәтмәләре буйынса зыян күреүсе ике миллион һум аҡсаһын ҡулаҡсалата ала һәм 800 мең һумлыҡ кредит юллай. Ул Мәскәүгә барып, бөтә сумманы курьерға тапшыра. Аферистар артабан бәйләнешкә сыҡмағас, ул мутлашыусылар ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Ошондай уҡ мутлашыу схемаһына Иглин районында йәшәгән 43 йәшлек ҡатын эләккән. Уға элекке эш урынындағы элекке етәксеһенән шәхси мәғлүмәттәр базаһына билдәһеҙ кешеләр үтеп ингән тигән мәғлүмәт менән хәбәр килә. Артабан мутлашыусылар үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәре итеп таныштыралар. Енәйәтселәрҙең баҫымы аҫтында ҡатын үҙенең автомобилен залогҡа һалып миллион һумдан ашыу суммаға займ ала, 500 мең һумдан ашыу кредит юллай һәм 900 меңгә яҡын шәхси тупланмаларын өҫтәй. Йыйылған сумманы, 2,5 миллион һумдан ашыу, «банк иҫәбен мутлашыусыларҙан һаҡлау өсөн» хәүефһеҙ иҫәпкә күсерә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас