

Кисә, 11 июлдә, Башҡортостанда биш кеше һыу ятҡылыҡтарында һәләк булған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр. "Ял көндәренең йәйгесә йылы булыуы ҡыуандыра, әммә тап ошондай ваҡытта һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар һаны арта, – тип аңлатма бирҙе ведомство етәксеһе Кирилл Первов. – Бының сәбәбе – алкоголь, ҡырағай пляждар, үҙ көсөңә артыҡ ышаныу”.
Белореттан 52 йәшлек ир дуҫтары менән спиртлы эсемлектәр эсеп ял иткән. Ул бәхәсләшеп, ҡала быуаһы аша йөҙөп китә, әммә ярға барып етмәй.
Бөрөлә йәшәгән 65 йәшлек ир ғаиләһе менән Подворный күлендә ял иткән. Понтон күперҙән һыуға сумған һәм кире сыҡмаған.
Борай районында Ағиҙел йылғаһында 40 йәшлек ир һәм уның 13 йәшлек ҡыҙ туғаны батып үлгән. Улар ҡунаҡҡа килгән һәм ҡырағай пляжда ял иткән булған. Шаһит ҡысҡырышыуҙы ишетеп, ярҙамға йүгерә, әммә өлгөрмәй.
Дәүләкән районында йәшәүсе 26 йәшлек ир быуала, һыу инеү тыйылған урында йөҙөп, батып үлгән.