Һаҡ булығыҙ!
6 Август 2025, 12:10

Әҙер булығыҙ!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр минстрлығы имен булмаған һауа шарттары иҫкәртте

Әҙер булығыҙ!Әҙер булығыҙ!
Әҙер булығыҙ!

Республиканың ҡайһы бер райондарында йәшен йәшнәй, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр яуа, боҙ-борсаҡ яуа. Ел секундына 18 метрға тиклем көсәйә. Төндә һәм иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге – 500 м һәм унан да кәмерәк, тип иҫкәртә Башҡортостан МЧС-ы.

07.08.2025 аяҙлы-болотло һауа торошо. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуа. Һау температураһы төндә +14... +19°с, көндөҙ +26...+31°С. Төндә һәм иртән томан эсендә күреү мөмкинлеге насарая (500 м һәм унан да кәмерәк).

08.08.2025 ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән көслө, йәшен, көндөҙ айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 2-7 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән секундына 15-20 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +13...+18°с, көндөҙ +21...+26°С.

Читайте нас