Һаҡ булығыҙ!
7 Октябрь 2025, 11:54

Инзилә Ибраһимова (Фазылова) тигән ҡыҙ юҡ!

Инзилә Ибраһимова (Инзилә Фазылова) тигән матур хәрби ҡыҙҙы интернеттан күптәр һоҡланып ҡарайҙыр. Комментарийҙар яҙа бит инде халыҡ өҙөлөп. Бигерәк тә ир-егеттәр йығылышып ята.

Инзилә Ибраһимова (Фазылова) тигән ҡыҙ юҡ!Инзилә Ибраһимова (Фазылова) тигән ҡыҙ юҡ!
Инзилә Ибраһимова (Фазылова) тигән ҡыҙ юҡ!
Йә һуғыштамын, йә яуҙан сыҡтым, йә ялға ҡайттым тип, йөҙ фото ҡуя. Әлбиттә, беҙ ҙә ҡараныҡ, әүрәнек һәм журналға ҡуяйыҡ әле был сибәр, батыр ҡыҙҙы тип эҙләй башланыҡ. Һәм был ҡыҙ һүрәте артында атаҡлы бер (группалыр, бәлки) мутлашыусы ир ултырғанын асыҡланыҡ. Инзилә тигән ҡыҙ юҡ!
 
Әлеге посты ҡуйыуға сәбәпсе шул булды: "Инзилә" күп кешенән аҡса һорап алған. Бығаса уны уйлап сығарылған постар ҡуйыусы фейк тип кенә ҡараһаҡ, әле мутлашыусы икәнлеге лә асылды. Йә госпитәлдәмен, йә картамды юғалттым тип һорай икән. Кешеләр ҡаба икән. Әле генә бер ағай, инәлеп һорағас ике айлыҡ пенсиямды күсерҙем һәм ул мине блокировать итте, тип яҙа. Һаҡ булығыҙ, үҙебеҙҙең халыҡ араһында ла шундайҙар барлыҡҡа килде. Аңғарып.
 
Сығанаҡ: Миләүшә Ҡаһарманованың "Бәйләнештә" аккаунтынан.

 

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас