Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
14 Декабрь 2025, 16:45

Студент ҡыҙҙың 1,5 млн һум аҡсаһын урлағандар

Башҡортостанда йәшәүселәр тәүлек эсендә мутлашыусыларға 5 миллион һумдан ашыу аҡса биргән

Студент ҡыҙҙың 1,5 млн һум аҡсаһын урлағандар
Студент ҡыҙҙың 1,5 млн һум аҡсаһын урлағандар

Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән 21 йәшлек студентка мутлашыусыларға 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса биргән. Енәйәтселәр, мутлыҡ операцияларын булдырмау һәм аҡсаны һаҡлау һылтауы менән, аҡсаны яңы банк иҫәбенә күсерергә тәҡдим иткән.

Салауат ҡалаһынан 75 йәшлек пенсионерка мутлашыусыларға 997 мең һум аҡса биргән. Шылтыратыусылар үҙҙәрен ФСБ һәм Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра һәм билдәһеҙ кешеләрҙең дуҫ булмаған илдәргә уның исеменән аҡса күсереүҙәре тураһында хәбәр итә. Мутлыҡ операцияларын булдырмау өсөн “белгестәр” ҡатынды булған аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенә Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе 85 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Енәйәтселәр үҙҙәрен интернет-провайдер һәм һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған. Пенсионер мутлашыусыларға 374 мең һум аҡса тапшырған.

Фото: "Башинформ".

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас