Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
5 Февраль , 12:20

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын 18 миллион һумын урлатҡан

...

Салауатта йәшәгән 43 йәшлек ҡатын 10 миллион һум һаҡлыҡ аҡсаһынан һәм 8 миллион һум кредитынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын былтыр ноябрҙә мессенджерҙа үҙен Анастасия тип таныштырған ҡатын аралаша башлаған. Ышаныслы мөнәсәбәттәр урынлаштырылғандан һуң яңы танышы инвестицияларҙа уңышлы эшләүе тураһында һөйләй һәм был өлкәне үҙләштереүҙә ярҙам итергә тәҡдим итә.

Тиҙҙән зыян күреүсене “компания етәксеһе” менән таныштыралар, ә һуңынан “трейдер”ға тапшыралар. Уларҙың етәкселегендә ҡатын телфонына ҡушымта ҡуя, «уҡыу» үтә һәм аҡса индерә башлай. Башта суммалар ҙур булмаған – 1,5 һәм 50 мең һум. Ҡушымтала уның аҡсаһы күрһәтелгәнен күргәс, ул мутлашыусыларға ышана. "Трейдер" зыян күреүсене юғары килем өсөн ҙур инвестициялар кәрәклегенә ышандыра. Кәңәшкә ҡолаҡ һалып, ҡатын бер нисә кредит рәсмиләштерә, үҙ иҫәбенән бөтә аҡсаһын алып, «инвестиция кошелегына» күсерә, унда үҫә барыусы «баланс»ты күрә.

Мутлашыусылар аҡса сығарыу һылтауы менән ҡатынды ялған онлайн-обменникҡа ебәргәс, мутлыҡ асыҡлана. Операцияны рәсмиләштергәндән һуң аҡса иҫәпкә инмәй. «Техник ярҙам»да клиенттың ғәйебе буйынса хата булған тип белдерәләр һәм «кошелекты раҫлау» өсөн тағы ла 3 миллион һум аҡса талап итәләр, юғиһә бөтә аҡсаһын юғалтыу менән янайҙар. Шул саҡта ғына ҡатын мутлашыу ҡорбаны булыуын аңлай.

Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас