Республика прокуратураһы Стәрлетамаҡта йәшәүсе өс кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы.
Тәфтишселәр версияһы буйынса, 2021-2024 йылдарҙа ирҙәр инвестиция эшмәкәрлегенән килем алыу өсөн сауҙа ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү һылтауы менән 38 граждандан 61 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған.
Алынған аҡсаны ғәйепләнеүселәр үҙҙәре теләгәнсә тотона, береһе автомобилдәр, ер участкаһы һәм Стәрлетамаҡта фатир һатып ала.
Тәьмин итеү маҡсатында ғәйепләнеселәрҙең хаҡы 27 миллион һумдан ашыу булған мөлкәтенә арест һалынған.
Енәйәт эше ҡарау өсөн Стәрлетамаҡ ҡала судына ебәрелгән.