Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
14 Февраль , 16:10

Студентка әсәһенең миллион һум аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән

...

Студентка әсәһенең миллион һум аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән
Студентка әсәһенең миллион һум аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән

Мутлашыусылар схемаһына Өфөнән йәш ҡыҙы эләккән, ул аферистарға ышанып, үҙен һәм әсәһен миллион һумдан ашыу аҡсанан мәхрүм иткән. Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, студенткаға, йәнәһе, колледж хеҙмәткәре шылтыратып, электрон журнал тултырыуын хәбәр иткән һәм СМС аша килгән кодты ебәреүен һәм деканатҡа килеп ҡултамға ҡуйыуын һораған.

Тиҙҙән уға “Дәүләт хеҙмәттәре порталы вәкиле” шылтырата һәм кемгәлер код хәбәр итеүе йәки итмәүе тураһында белешә. Ыңғай яуап алғас, ул: ҡыҙҙың һәм әсәһенең шәхси мәғлүмәттәре мутлашыусылар ҡулына эләгеүе тураһында белдерә. Артабан ҡыҙ менән “хоҡуҡ һаҡлау органдар хеҙмәткәрҙәре” аралаша. Улар уны әсәһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында хәбәр итеп ҡурҡыта.  Ҡурҡҡан студентка әсәһе йоҡлап киткәс, мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса уның банк карталарын һәм телефонын ала. Бынан һуң ул аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсерә.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ»

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас