Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
23 Март , 17:03

Бала әсәһенең аҡсаһын урлатҡан

Нефтекаманан бер бала Roblox-та бушлай бонус алырға уйлай.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, бала билдәһеҙ кеше менән телефонда яҙышып китә. Билдәһеҙ уға онлайн-уйында бүләк вәғәҙә итә.

Һуңынан шылтыратып, әсәһенең картаһы мәғлүмәттәрен әйтеп, аҡса күсереүен һорай. Ҡыҙ барыһын да күрһәтмә буйынса эшләй, әммә ҡапыл ҡурҡып, трубканы ташлай.

Иртәгәһенә әсә кеше иҫәбенән 95 меңдән ашыу аҡса күсерелгәнен, тағы 270 меңгә кредит картаһы алынғанын күрә. Ҡатын полицияға ғариза яҙа. Мутлашыусыны эҙләйҙәр.

ИҒТИБАР! Балаларға сит кешеләр менән аралашмаҫҡа, бер ниндәй ҙә кодтарҙы бирмәҫкә, аҡса күсермәҫкә өйрәтеп ҡуйығыҙ. Иң һәйбәте - телефонды шунда уҡ һүндереп, һөйләшеүҙе өҙөргә.

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас